Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Күгәрсен районында ике район үҙәген тоташтырған күперҙе ремонтлайҙар

Иҡтисад

Күгәрсен районында Иҫәнғол – Мораҡ автомобиль юлында Кукруй йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелә башланы. Әлеге ваҡытта был участкала автомобилдәр хәрәкәте туҡтатылған, ваҡытлыса урау юлдан яңы маршрут һалынған.

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөүселәр хәүефһеҙлек талаптарына тап килмәгән иҫке күперҙе емергән. Бөгөнгә свай ултыртыу эштәре тамамланған.

Яңы тимер-бетон күперҙең оҙонлоғо – 35 метр, йөрөй торған юлдың киңлеге – 6 метр, хәүефһеҙлек һыҙаттарының киңлеге– 1 метр (ике яҡтан), йәйәүлеләр тротуарҙарының киңлеге – 1 метр (ике яҡтан). Бынан тыш, яңы ҡаршылыҡ һәм яндауыр кәртәләре ҡуйыла.

Күперҙе төҙөкләндереүҙе 2021 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/1546105-v-kugarchinskom-rayone-remontiruyut-most-soedinyayushchiy-dva-rayonnykh-tsentra/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть