Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Быйыл Рәсәйҙең алты төбәгендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре ойошторола

Мәҙәниәт

2021 йылда Рәсәйҙең алты төбәгендә – Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үткәрелә.

Сара барышында төрлө форматлы осрашыуҙар: тыуған ерҙән ситтә милли үҙенсәлекте һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, башҡорт диаспораһы вәкилдәренә көнүҙәк темалар буйынса консультациялар биреү, мәҙәни-ағартыу саралары күрһәтеү ойошторола. Бынан тыш, башҡорт диаспораларын матди-техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар бирелә.

Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты еңеүселәрҙең береһе тип танылды. Проект Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

«Проект республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға бик кәрәк. Бөтәһенең  дә башҡорт тапшырыуҙарын тыңлау йәки ҡарау, туған әҙәбиәтте уҡыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған бындай саралар беҙҙең өсөн аралашыу, фекер алышыу йәһәтенән рухи ярҙам, костюмдар, музыкаль инструменттар, уҡытыу-методик әсбаптар кеүек төрлө милли атрибуттар рәүешендә матди ярҙам да булып тора», — тип билдәләне Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов.

2020 йылда Рәсәйҙең биш төбәгендә һәм Үзбәкстан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1546132-v-2021-godu-dni-bashkirskoy-kultury-i-prosveshcheniya-proydut-v-shesti-regionakh-rossii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть