Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала өс телдәге мультимедиа ҡушымтаһы менән «Өс дуҫ» әкиәте донъя күрҙе

Мәҙәниәт

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә мультимедиа ҡушымтаһы менән «Өс дуҫ» китабы донъя күрҙе. Башҡорт халыҡ әкиәте буйынса йыйынтыҡ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә баҫылған.

Китаптағы махсус QR-код ярҙамында Google Play һәм AppStore сервистарынан мобиль ҡоролмаға бушлай «Өс дуҫ» ҡушымтаһын күсереп алырға мөмкин. Уны асып һәм телде һайлап, смартфонды йыйынтыҡтағы һүрәттәргә йүнәлтергә кәрәк.

«Әгәр бала күберәк ваҡытын гаджеттарҙа үткәрә икән, быны файҙалы итеп ойоштороп ҡарағыҙ. Беҙ кескәй дуҫтарыбыҙҙы киләсәк технологиялары менән ҡыҙыҡһындырырға булдыҡ. Уларҙың ҙур теләк менән ошо китапты ҡулдарына алып, эргәһенә телефон һалып, башҡорт әкиәтен уҡый һәм ҡарай башлауҙарын теләйбеҙ», — тип һөйләнеләр нәшриәттә.

Балалар өсөн 3D форматындағы мультимедиа баҫмаһы тулыландырылған ысынбарлыҡты файҙаланыу иҫәбенә китап мөхитен тыуҙыра, баҫма биттәрҙе йәнләндерә. Мультимедиа контенты китаптың йөкмәткеһен мәғлүмәти байытырға, күберәк күргәҙмәле уҡытырға мөмкинлек бирә.

«Китап» нәшриәтендә ҡушымталы йыйынтыҡ тәүге тапҡыр ғына баҫылып сыҡмай. 2019 йылда «Хәйләкәр төлкө» әкиәте буйынса китап донъя күрҙе. Киләсәктә ошондай интерактив йыйынтыҡтарҙы йыл һайын нәшер итеү күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/1546013-v-ufe-izdana-skazka-tri-druga-s-multimediynym-prilozheniem-na-trekh-yazykakh/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть