Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә пауэрлифтинг буйынса рекордсмен Риф Ғәдиев вафат

Спорт

13 ғинуарға ҡарай төндә «башҡорт батыры», халыҡ-ара класлы спорт мастеры, пауэрлифтинг буйынса Европа чемпионы һәм донъя рекордсмены Риф Ғәдиев 57-се йәшендә кинәт вафат булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тренерҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Үлеменең аныҡ сәбәбе әлегә билдәле түгел.

Һуңғы йылдарҙа Риф Ғәдиев пауэрлифтерҙар менән «Нефтсе» стадионы залында шөғөлләнгән. Уның тәрбиәләнеүселәренең береһе – балалар церебраль фалижынан яфаланған спортсы Рәсим Миңлеәхмәтов.

Башҡортостан пауэрлифтингы легендаһы менән хушлашыу 15 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә тренажер залына ингән урында була. «Батырҙы» Өфөнөң Төньяҡ зыяратында ерләйҙәр.

https://www.bashinform.ru/news/1546004-v-ufe-skoropostizhno-skonchalsya-rekordsmen-po-paueliftingu-rif-gadiev/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть