Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.75 ↓

EUR 89.66 ↓

25 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә юл үткәргесте төҙөкләндереүгә бәйле 65 мәктәптең эш ваҡыты үҙгәртелде

Йәмғиәт

Баш ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Сергей Греков ҡул аҫтындағыларҙан Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл үткәргесте ремонтлауға бәйле хәлде көн һайын күҙәтеп барыуҙарын һораны. Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова 65 мәктәптән 2471 баланың уҡырға ошо участканан йөрөүе тураһында һөйләне.

«Был – Өфө мәктәптәрендә белем алған уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 2%. Беҙ балаларҙы иртәнге 7-нән ҡабул итеү өсөн дежур төркөмдәр эшен ойошторҙоҡ», — тип билдәләне Елена Хаффазова.

Ҡаланың мәғариф идаралығы етәксеһе һүҙҙәренсә, дәрестәр башланғансы балалар өсөн ял ваҡыты ойошторола. Баш ҡаланың балалар баҡсаларында ла ошондай система эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 8 ғинуарында Өфөлә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргес ябылды. Төҙөкләндереү эштәрен 2021 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/1545289-v-ufe-iz-za-remonta-razvyazki-izmenili-pravila-priema-detey-v-65-shkolakh/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть