Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.75 ↓

EUR 89.66 ↓

25 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса гранттарға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Мәҙәниәт

2020 йылдың декабрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын, замансалығын масс-медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан итте.

Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, башҡорт теленә һәм халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Конкурс 2021 йылдың майына тиклем дауам итә, еңеүселәр ай һайын билдәләнә. Беренсе айға эштәр ҡабул итеү 15 ғинуарҙа ябыла. Ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр киләһе айҙа ҡабаттан ғариза ебәрә ала, ләкин икенсе төрлө проект менән, тип белдерҙеләр Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурста 18 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы гражданлығына эйә киң мәғлүмәт саралары, онлайн-проект вәкилдәре һәм блогерҙар ҡатнаша ала. Талаптар менән ентекләберәк конкурстың положениеһында танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1545343-v-ufe-zavershaetsya-priem-zayavok-na-granty-po-populyarizatsii-bashkirskogo-yazyka/

Ләйлә Аралбаева
Теги: грант
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть