
Башҡортостанда коронавирустан йәнә ике үлем осрағы теркәлде

Башҡортостанда коронавирустан йәнә ике үлем осрағы теркәлде Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 12 ғинуарға мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 167 осрағы асыҡланған. Шулай итеп, төбәктә сир йоҡторғандарҙың дөйөм һаны – 21 068.
Әлеге ваҡытта COVID-19 диагнозы раҫланған 614 пациент дауаханала ята, 4 443-сө амбулатор шарттарҙа дауалана.
Вафат булғандар һаны икәүгә артҡан. Хәҙер коронавирус ҡорбандары исемлегендә – 159 кеше.
https://www.bashinform.ru/news/1545233-v-bashkirii-zaregistrirovany-eshche-dve-smerti-ot-koronavirusa-/