Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.85 ↓

EUR 89.65 ↓

18 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан википедиясылары Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ премияһына лайыҡ булды

Йәмғиәт

Икенсе йыл рәттән башҡорт википедиясылары тел төрлөлөгөн һаҡлаған өсөн «Төп Һүҙ » Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты исемен яуланы. 2019 йылда Башҡорт википедияһы ирекмәндәре «Иң яҡшы социаль башланғыс» номинацияһында айырылып торһа, 2020 йылда «Махус хеҙмәттәр өсөн» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. «Башинформ»ға Башҡорт википедияһы администраторҙары хәбәр итеүенсә, өс йыл элек илдең тел төрлөлөгөн һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсаты менән булдырылған премияға республика ирекмәндәре «Башҡорт википедияһына 15 йыл» проекты өсөн лайыҡ булды.

«Төп һүҙ» дөйөм Рәсәй проекттар конкурсы илебеҙҙең тел төрлөлөгөн һаҡлауға ярҙам итеүгә, Рәсәйҙә бөтә халыҡтарға, уларҙың телдәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тигеҙ һәм ихтирамлы мөнәсәбәт булдырған шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу эшен дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Маҡсаты – Рәсәйҙең үҙенсәлекле тел төрлөлөгөнә баҫым яһау, лауреаттарҙың илдең тел мираҫын һаҡлауға индергән тос өлөшөн билдәләү, шулай уҡ сит илдә рус телен үҫтереү.  

https://www.bashinform.ru/news/1536807-vikipedisty-iz-bashkirii-udostoeny-premii-federalnogo-agentstva-po-delam-natsionalnostey/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: википедия
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть