Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.54 ↓

EUR 89.25 ↑

16 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан фермерҙары республиканың ковид-госпиталдәренә 4 тонна йәшелсә оҙатты

Йәмғиәт

Бөгөн, 4 декабрҙә, Башҡортостан фермерҙары ковид-госпиталдәргә республикала үҫтерелгән йәшелсә һәм аҙыҡ-түлек тарата. Акция Башҡортостан Республикаһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты булышлығында уҙғарыла, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бөрө районындағы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Яков Кугубаев. Ул үҙе лә медицина учреждениеларына аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтә.

«Өфө, Бөрө һәм Дүртөйлө госпиталдәренә республикабыҙҙа үҫтерелгән 300 килограмм продукция ташыйбыҙ. Йәшелсәләрҙең дөйөм ауырлығы – 4 тоннанан ашыу. Беҙ уларҙы Бүздәк һәм Бөрө фермер хужалыҡтарынан йыйҙыҡ. Шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар һәм ярҙамға мохтаждар өсөн бер машина тәм-том, һут һатып алдыҡ. Быларҙың барыһын да үҙ аҡсама һатып алдым! Ярҙам итергә теләгегеҙ булһа, ҡушылығыҙ. Беҙ йыл һайын Бөрө һәм Дүртөйлө райондарының күп балалы ғаиләләренә бүләктәр алабыҙ, һеҙҙең ярҙам менән башҡа райондарҙың тәм-том яратыусыларын да ҡыуандырырбыҙ», — тип һөйләне Кугубаев.

Шулай уҡ фермер март-август айҙарында Бөрө һәм Дүртөйлө райондарының мохтаж ғаиләләренә 300-ҙән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырған. Бөрө районының ирекмәндәр штабына 2000-дән күберәк шәхси һаҡланыу саралары һатып алған.  

https://www.bashinform.ru/news/1530289-fermery-bashkirii-napravili-4-tonny-ovoshchey-v-kovid-gospitali-respubliki/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть