Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.54 ↓

EUR 89.25 ↑

16 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң «Беренсе Май» паркында тәртип боҙоусыларҙы 101 видеокамера күҙәтә

Йәмғиәт

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары 700 миллион һумдан ашыуға төҙөкләндерелгән «Беренсе Май» мәҙәниәт һәм ял паркына көн һайын килә. Кемдер спорт менән шөғөлләнә, кемдер балалары менән саф һауала йөрөй, ләкин ял итеү өсөн булдырылған урында объекттарҙы емереүселәр ҙә күп. Өфө мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, паркта вандализм күренештәре йыш осрай.

«Өр-яңы эскәмйәләрҙе ватыуҙарына, йәш ағастарҙы һындырыуҙарына ҡарап йән әсей. Хәҙер иһә тәртип боҙоусыларҙы камералар ярҙамында күҙәтәләр», — тип билдәләнеләр урындағы муниципалитетта.

Паркта видеокүҙәтеү системаһы эшләй. Биләмәлә 101 камера бар, уларҙың һәр береһе «Хәүефһеҙ ҡала» системаһына тоташтырылған. Тәүлек әйләнәһенә онлайн күҙәтеү тәртип боҙоуға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.

Бынан алда Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников социаль селтәрҙә вандализм осраҡтары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1530228-v-ufimskom-parke-pervomayskiy-za-narushitelyami-budet-sledit-101-kamera-videonablyudeniya/

  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть