Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36

EUR 90.40

24 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Космонавт йыһандан Өфөнө фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған

Иҡтисад

Космонавт Сергей Рязанский йыһандан Өфөнө фотоға төшөргән һәм был хаҡта социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан. Ул мегаполистарҙың төнгө фотоһүрәттәренең һоҡланғыс булыуы, был юлы иһә Рәсәй ҡалаларының береһен күрһәтергә теләүе хаҡында яҙған. Яҙмала Өфө хаҡында бер нисә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар.

— Рәсәйҙең иң иркен ҡалаһы: бер кешегә яҡынса 700 квадрат метр майҙан тура килә.

— Рәсәйҙә оҙонлоғо буйынса (Сочиҙан һәм Волгоградтан ҡала) өсөнсө, майҙаны буйынса Заполярный, Норильск, Сочи, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Пермдән һуң етенсе урынды биләй.  

—  Өфө бер кешегә йәшел үҫентеләр майҙаны буйынса Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалаһы араһында алдынғы урында — 202 квадрат метр.  

Өфө тураһында тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: ҡалаға нигеҙ һалынғандан алып уны бер кем дә яулай алмаған. Ҡала диуарҙары күскенселәр һөжүменә лә, Пугачев ихтилалы ваҡытында дүрт айлыҡ ҡамауға һәм оҫта итеп ойошторолған ике ҡаты һөжүмгә лә ҡаршы торған.

Шулай итеп, ҡаланы еңелмәҫ тип атарға мөмкин», —  тип яҙған ул.

https://www.bashinform.ru/news/1529661-kosmonavt-vylozhil-v-sotsseti-prek

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: йыһан, Өфө
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть