Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36

EUR 90.40

24 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәмзил Күсәрбаев Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәмзил Күсәрбаевты республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем ул ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы булып эшләне.

Белешмә:

Рәмзил Күсәрбаев 1977 йылдың 9 майында Туймазы районы Ғәфүр ауылында тыуған. Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда «Ауыл төҙөүсеһе» бәләкәй предприятиеһында ташсы булып башлай.

2001-2002 йылдарҙа – «Октябрьскнефть» идаралығында ташсы, мастер.

2004-2005 йылдарҙа – «Октябрьскнефть» идаралығында инженер.

2005-2006 йылдарҙа  – «Башнефть-Өфө» йәмғиәтенең Октябрьский нефть һәм газ сығарыу идаралығында инженер.

2006-2011 йылдарҙа  – «Нефтестроймонтаж»дың Октябрьский идаралығында директор вазифаһын башҡарыусы, директор.

2011-2013 йылдарҙа – «Нефтестроймонтаж»дың Приют идаралығында Серафимовка төҙөлөш-монтаж цехы начальнигы урынбаҫары.

2013-2016 йылдарҙа – Туймазы районы хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, бәйләнеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары.

2016-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе.

2020 йылда – Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы.  

https://www.bashinform.ru/news/1529593-ministrom-stroitelstva-i-arkhitektury-bashkirii-naznachen-ramzil-kucharbaev/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть