Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36

EUR 90.40

24 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн яңы штрафтар индерелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 2020 йылдың 10 декабренән республика халҡы өсөн мәрхүмдәрҙе ерләүгә бәйле яңы штрафтар көсөнә инә.

Документҡа ярашлы, рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 10-20 мең, ойошмаларға 100-200 мең һум штраф һалына.

Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотмаған өсөн дә Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының үҙгәртелгән 3.5-се статьяһында штраф һалыу ҡаралған: граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 3-5 мең, ойошмаларға – 5-10 мең һум.

Ҡәбергә ҡойма йәки таш законһыҙ ҡуйылған осраҡта штрафтың 1-30 мең һум тәшкил итеүе мөмкин.  

https://www.bashinform.ru/news/1529467-v-bashkirii-vvedeny-novye-shtrafy-za-narusheniya-v-pogrebenii/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть