Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36

EUR 90.40

24 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Студент-медиктарға коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам иткәндәре өсөн аҡса түләнә

Иҡтисад

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙамға килгән студент-медиктарға махсус социаль түләүҙәр билдәләнде. Кисә премьер-министр Михаил Мишустин студенттарға түләү өсөн 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде. Матди дәртләндереү ноябрь һәм декабрь айҙарында эшләгән өсөн бирелә.

Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса, юғары уҡыу йорттары студенттарына һәр айға – 10 мең, ә урта профессиональ медицина белеме программалары буйынса уҡығандарға ете мең һум түләнә.

Студенттарға ноябрь өсөн аҡсаны – декабрҙә, ә декабрь түләүҙәрен йылдың аҙаҡҡы эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса күсерергә тейештәр, тип хәбәр итте «Российская газета».

Әлеге ваҡытта Башҡортостан дауаханаларында һәм поликлиникаларында төрлө вазифаларҙа 1 200-ҙән ашыу ординатор эшләй. Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, октябрҙә терапевтарҙың эше күп булыуына бәйле Башҡорт дәүләт медицина университетынан 150 студент-ординатор һәм юғары курс студенттары Өфө поликлиникаларына эшкә ебәрелде. Резервта тағы 200 студент бар, улар медицина ойошмаларының һорауы буйынса эшкә тотонорға әҙер.

https://www.bashinform.ru/news/1529399-studentam-medikam-budut-platit-za-pomoshch-v-borbe-s-koronavirusom/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть