Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36

EUR 90.40

24 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала һауа температураһы -18 градусҡа тиклем түбәнәйҙе

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙған төн ҡыш башланғандан алып иң һалҡыны булды. Башгидрометтың бөгөн таңғы 5-кә ҡарата мәғлүмәте буйынса, Өфөлә һауа температураһы минус 18 градусҡаса түбәнәйҙе. Көндөҙ һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, -9, -14 градус була, тип фаразлай синоптиктар. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән томан булыуы мөмкин. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Алдан хәбәр ителгәнсә, декабрҙең тәүге аҙнаһында республикала һауа торошон «Себер» антициклоны периферияһы билдәләй.Температураның бер төрлө булмауы көтөлә, айырыуса төнгө сәғәттәрҙә: -13,-20, болотло булғанда -7,-12 градус. Көнсығыш райондарҙа -22,-27 градусҡаса һыуыҡ була, көндөҙ -7,-13, таулы райондарҙа -14, -17. Дөйөм алғанда, 1 декабрҙән 10-ына тиклем уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/1529393-v-ufe-temperatura-vozdukha-opustilas-do-18-gradusov/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть