Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.04 ↓

EUR 91.21 ↑

28 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

«Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы барышында «ҡыҙыу бәйләнеш» акцияһы ойошторола

Йәмғиәт

10-11 декабрҙә «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы барышында халыҡҡа психотерапевт, нарколог һәм психолог ярҙамы күрһәтеү өсөн «ҡыҙыу бәйләнеш» ойошторола.

Башҡортостанда йәшәүселәр психиатр-нарколог, психотерапевт һәм психологтарҙан башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультация алырға мөмкин.

Иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем бушлай 8-800-700-01-83 номерына шылтыратып, эскелек, наркомания, реабилитация менән бәйле ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға була.

Консультацияны Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге, Республика клиник психиатрия дауаханаһы, Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы белгестәре үткәрә.

Акцияны ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.  

https://www.bashinform.ru/news/1529191-v-ramkakh-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-startuet-aktsiya-goryachaya-liniya/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Айыҡ ауыл
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть