Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.04 ↓

EUR 91.21 ↑

28 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәү минимумының уртаса дәүмәле 9 908 һум кимәлендә раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостанда 2020 йылдың өсөнсө кварталы өсөн йәшәү минимумының уртаса дәүмәле раҫланды. Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, йәшәү минимумының уртаса айлыҡ дәүмәле йән башына 9 908 һум тәшкил итте.

Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәгесә билдәләнде:

— эшкә һәләтле халыҡҡа — 10 544 һум,

— пенсионерҙарға — 8 059 һум,

— балаларға — 9 925  һум.

2020 йылдың икенсе кварталы менән сағыштырғанда республикала йәшәү минимумы күләме 107 һумға кәмене.

«Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын республикала ҡулланыу кәрзине нигеҙендә билдәләнә. Ул социаль программаларҙы әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен баһалау өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ төбәк бюджетын формалаштырғанда әһәмиәткә эйә. Ошо күрһәткестән сығып аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме иҫәпләп сығарыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

https://www.bashinform.ru/news/1528944-v-bashkirii-utverdili-sredniy-razmer-prozhitochnogo-minimuma-na-urovne-9-908-rubley/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть