Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.97 ↑

EUR 89.33 ↓

19 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 52 йәшлек ир коронавирустың 83-сө ҡорбаны булды

Йәмғиәт

Өфөлә тағы бер ир яҡты донъя менән хушлашты, ул коронавирус ҡорбандарының күңелһеҙ исемлеген тулыландырҙы. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, уға 52 генә йәш булған, аорта атеросклерозы, гипертония, паренхиматоз органдарҙың дистрофияһы ауырыуҙарынан яфаланған.

2020 йылдың 1 декабренә Башҡортостанда коронавирус инфекциялы 14 406 кеше асыҡланған. Тәүлек эсендә, рәсми статистика буйынса, 142 сирле өҫтәлгән.

Стационарҙа 542 пациент дауалана. Ауыр хәлдәге ауырыуҙар һаны арта, улар 40-ҡа еткән,14-е – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.

1 772 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә — 87, йәмғеһе 12 009 кеше һауығып сыҡҡан.

Дауахананан тыш пневмония осраҡтары һаны ла юғары, тәүлек эсендә тағы 406 сирле асыҡланған. Пневмониянан дауаланып сыҡҡан пациенттар — 412.

Республикала бөтәһе 1 708 692 тикшереү үткәрелгән, 1 654 005 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә генә – 10 549 тикшереү, 10 310  кеше тикшерелгән.

https://www.bashinform.ru/news/1528758-83-y-zhertvoy-koronavirusa-v-bashkirii-stal-52-letniy-ufimets/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть