Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.97 ↑

EUR 89.33 ↓

19 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә берҙәм рәсәйҙәр партияның 19-сы тыуған көнөндә «Такси. Хәстәрлек» акцияһын башлап ебәрҙе

Сәйәсәт

Өфөлә 1 декабрҙә ковид-госпиталдә эшләгән табиптарҙы ташыу буйынса акция старт алды. «Берҙәм Рәсәй»ҙең тыуған көнөндә партия ағзалары Зубов ауылындағы йоғошло сирҙәр үҙәге табиптарына ошондай бүләк эшләне.

Тәүгеләрҙән булып акцияға республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары, «Рәсәй терәге» эшҡыуарҙары һәм башҡарма комитет хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Улар үҙҙәренең һәм эш машиналарында табиптарҙы сменаға илтеп ҡуйҙы, ә кисен уларҙы барып ала. Әйтәйек, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов водитель булды. Тағы ике табипты партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров алып барҙы.

«Беҙҙең акция табиптарҙың мөрәжәғәттәренән сығып ойошторолдо. Уларҙың һүҙҙәренсә, шәхси транспорты булмағандарға эш урынына барып-ҡайтыу бик ауыр, сөнки дауахана ҡаланан ситтә урынлашҡан. Шуға күрә тәү сиратта ошо медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтергә тигән ҡарар ҡабул ителде», — тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Әлеге ваҡытта акция ковид-госпиталдәрҙә эшләгән барлыҡ табиптарҙы йәлеп итә алһын өсөн такси компаниялары менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Беренсе көндә 22 бушлай ташыу ойошторола. Артабан иһә Өфө хакимиәте һәм таксистар менән берлектә уны көнөнә 400-гә еткереү планлаштырыла.  

https://www.bashinform.ru/news/1528663-v-ufe-edinorossy-v-19-y-den-rozhdeniya-partii-zapustili-aktsiyu-taksi-zabota-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть