Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.97 ↑

EUR 89.33 ↓

19 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө вице-мэры Илдар Юланов «Башкиравтодор» етәксеһе итеп тәғәйенләнде — киң мәғлүмәт саралары

Сәйәсәт

Республикала юл ремонтлау-төҙөү буйынса дәүләт предприятиеһына етәксе итеп Өфө мэрияһынан 35 йәшлек Илдар Юланов тәғәйенләнде, тип хәбәр итте «Коммерсант-Башкортостан». Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында рәсми мәғлүмәт бирмәнеләр.

Илдар Юланов 2019 йылдың июленән Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары – Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы булып эшләне. Бынан алда ул ошо идаралыҡта пассажир транспортын үҫтереү программалары бүлеге етәксеһе вазифаһын биләне.

«Башкиравтодор»ҙа етәксе һуңғы тапҡыр 2019 йылдың сентябрендә алмашынғайны. Ул саҡта генераль директор итеп Андрей Пролипото тәғәйенләнде.

«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте 24 мең саҡрымдан ашыу юлды, 1,6 меңдән күберәк күперҙе хеҙмәтләндерә. Былтыр «Башкиравтодор»ҙың табышы — 8,84 миллиард һум, зыяны 578,5 миллион һум тәшкил итте.

https://www.bashinform.ru/news/1528583-vitse-mer-ufy-ildar-yulanov-naznachen-rukovoditelem-bashkiravtodora-smi/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть