Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.97 ↑

EUR 89.33 ↓

19 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә тау саңғыһы миҙгеле асылды

Спорт

Өфөлә тау саңғыһы миҙгеле асылды. Әле үк тау саңғыһы буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе һәм «Аҡ Йорт» тау саңғыһы комплексы битләүендә саңғыла, сноубордта шыуырға мөмкин тип хәбәр иттеләр мэриянан.

«Аҡ Йорт» тау саңғыһы комплексында миҙгел 21 ноябрҙә башланды. Хәҙер комплекста күнекмә битләүе һәм бәләкәй канат юлы эшләй.

Тау саңғыһы буйынса спорт мәктәбендә битләүҙәрең береһе уҙған кесаҙна асылды (Олимпик-парк) һәм унда әүҙем күнекмәләр бара.

«Киләһе аҙнала дүртенсе битләүҙе асабыҙ, әле унда ҡар менән тултырыу эштәре алып барыла. Һауа торошо һәйбәт булһа, декабрь аҙағына биш тау саңғыһы трассаһы ла эшләй башлай», — тип хәбәр итте тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Андрей Кривошеев.

Спорт мәктәбе биләмәһендә инвентарҙы прокатҡа алыу пункты бар. Бында теләгән һәр кем тау битләүендә шыуа ала.  

https://www.bashinform.ru/news/1528459-v-ufe-otkrylsya-gornolyzhnyy-sezon/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть