Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй президенты Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте. Ошо документҡа ярашлы, өс ай эсендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук рәйеслегендә байрам итеүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлә.

«Шул рәүешле республикабыҙ баш ҡалаһының 450 йыллығына федераль статус бирелә. Тимәк, беҙ Өфөнө үҙгәртеү, ҡаланы заманлаштырыу, уға яңы һулыш өрөү һәм илебеҙҙең терәк ҡалаларының береһе итеү өсөн уникаль мөмкинлек алабыҙ, шул иҫәптән федераль үҙәктән ярҙам иҫәбенә. Шуға күрә өфөләр исеменән президентҡа ҡабул ителгән ҡарар өсөн ҙур рәхмәт белдерәм», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.  

https://www.bashinform.ru/news/1528386-prezident-rossii-podpisal-rasporyazhenie-o-prazdnovanii-450-letiya-ufy/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть