Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала уҡыусыларҙың Яңы йылға тиклем мәктәпкә сығыуы ихтимал

Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусыларҙың Яңы  йылға тиклем мәктәпкә йөрөй башлауы ихтимал, тип хәбәр итте бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Әгәр коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлы булмаһа, ғәҙәти уҡыу режимына сығырға мөмкин, тине республика етәксеһе.

«Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа дистанцион шөғөлләнеп арыны», —  тип өҫтәне ул.

Бынан алда 6-10 кластар өсөн дистанцион уҡыуҙы 6 декабргә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Беренсе-бишенсе класс уҡыусылары, шулай уҡ ун беренселәр мәктәпкә йөрөй.  

https://www.bashinform.ru/news/1528155-v-bashkirii-shkolniki-mogut-vyyti-na-ochnuyu-uchebu-do-novogo-goda-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: уҡыу
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть