Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт театры тураһында китап «Театр романы» – 2020 премияһы исемлегенә инде

Мәҙәниәт

Башҡорт драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған китап «Театр романы» – 2020 премияһы исемлегенә инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — 100 йыл. Тарих һәм хәҙерге заман очерктары» китабы авторҙары — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценттары Айһылыу Сәғитова һәм Гөлсәсәк Саламатова. Китаптың исем туйы 2019 йылда Өфөлә уҙҙы.

«Театр романы-2020» премияһына театр һәм театр кешеләре хаҡында йыйынтыҡ сығарған авторҙар, нәшриәттәр, әҙәби фондтар тәҡдим ителде. Премияның маҡсаты – театр тураһында әҙәбиәт өлкәһендәге нәшриәт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү; театр хаҡында әҙәбиәттең социаль әһәмиәтен арттырыу, уҡыусыларҙың һәм йәмәғәтселектең фекерен йәлеп итеү; театр хаҡында китап сығарыу, уны таратыу менән шөғөлләнгән нәшриәттәрҙең һәм фондтарҙың абруйын күтәреү.

Уҙған йылдарҙа премияға лайыҡ булған лауреаттар араһында Валерий Фокин, Инна Соловьёва, Эдуард Кочергин, Алексей Бартошевич, Нонна Скегина, Дмитрий Трубочкин, Александр Ширвиндт, Анна Гереб, Елена Козелькова, Анатолий Васильев, Виолетта Гудкова, Людмила Полякова, Алла Кигель, Людмила Старикова һәм башҡа танылған театр сәнғәте эшмәкәрҙәре бар.

Премияның эксперт советында һәм жюриҙа – билдәле театр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Жюри рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Аркадий Райкин.  

https://www.bashinform.ru/news/1527916-kniga-o-bashkirskom-dramteatre-voshla-v-long-list-vii-premii-teatralnyy-roman-2020/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть