Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.72 ↓

EUR 89.20 ↑

20 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Быйыл Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы 17 декабрҙә була

Сәйәсәт

Рәсәй президенты Владимир Путин йомғаҡлау матбуғат конференцияһын 17 декабрҙә үткәрә. Был хаҡта бөгөн Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле был юлы матбуғат конференцияһы видеоконференция режимында уҙғарыла. Президент үҙенең Яңы-Огарёвта урынлашҡан резиденцияһынан видеоэлемтәгә сығыр тип планлаштырыла», — тиелә хәбәрҙә.

Билдәле булыуынса, федераль һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Халыҡ-ара сауҙа үҙәге залында эшләй.

Төбәктәрҙең киң мәғлүмәт саралары журналистары үҙҙәренең Федераль округынан сыҡмайынса сарала ҡатнаша ала: һәр округта Мәскәү менән бәйләнешкә инеү өсөн махсус майҙансыҡтар ойошторола. Волга буйы федераль округы өсөн Түбәнге Новгород була. Роспотребнадзор талаптарын иҫәпкә алып, һәр майҙансыҡта ҡатнашыусылар һаны сикләнә.

Журналистар өсөн аккредитация 29 ноябрҙә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/1527231-ezhegodnaya-press-konferentsiya-vladimira-putina-sostoitsya-17-dekabrya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть