Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.72 ↓

EUR 89.20 ↑

20 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан ауыл ипотекаһы күләме буйынса өс лидер иҫәбенә инде

Иҡтисад

Башҡортостанда йәшәүселәр льготалы ауыл ипотекаһы программаһы буйынса 3,7 миллиард һумға 1818 кредит алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Республика Ленинград һәм Новосибирск өлкәләре менән бер рәттән лидерҙар иҫәбендә.

Рәсәйҙә кредитлау күләме – 59,7 миллиард һум, был 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ һатып алырға йәки төҙөргә мөмкинлек бирергә тейеш. Ауыл ипотекаһының күләме 25 йылға тиклем 3 миллион һум тәшкил итеүе ихтимал. Процент ставкаһы йылына – 0,1%-тан 3%-ҡа тиклем, ә төп ставканы (йылына 8% самаһы) Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡаплай.

Шулай уҡ инженер коммуникацияларын үткәреү өсөн ҡулланыусылар кредитын алырға була. Уның күләме йылына 5% менән биш йылға 300 мең һум тәшкил итергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1526844-bashkiriya-voshla-v-troyku-liderov-po-obemam-selskoy-ipoteki/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть