Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.72 ↓

EUR 89.20 ↑

20 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала «Шыршы» операцияһы бара

Йәмғиәт

2020 йылдың 23 ноябренән 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2020» оператив-иҫкәртеү операцияһы ойошторола.  

Операция барышында урман һағы хеҙмәткәрҙәре махсус органдар менән берлектә рөхсәтһеҙ ҡырҡылған һәм һатып алынған шыршыларҙы асыҡлау өсөн яңы йыл продукцияһы һатылған урындар буйлап даими рейдтар уҙғара. Законһыҙ ташылған шыршыларҙы асыҡлау өсөн ЮХХДИ менән берлектә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур һәм стационар постар ойошторолған.

Урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға – 3-4 мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һумға, юридик берәмектәргә 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5000 һәм унан күберәк тәшкил итһә, законды боҙған өсөн ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға иректән мәхрүм итеү.

https://www.bashinform.ru/news/1526992-v-bashkirii-nachalas-operatsiya-el-/

Сергей Николаев
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть