Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Ленара Иванова приюттарҙа тәрбиәләнгән балаларға Яңы йылға файҙалы бүләктәр бирергә саҡырҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 26 ноябрҙә социаль селтәрҙә йыл һайын социаль приюттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларға яңы йыл бүләктәре әҙерләгән бизнес-партнёрҙарға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте.

Ленара Иванова тәм-том урынына файҙалы уйынсыҡтар бүләк итергә саҡырҙы.

«Тәмле-татлы бүләктәрҙе бик күп килтерәләр, тәрбиәселәр йыл да яңы йыл каникулы ваҡытында балаларҙың һаулығы өсөн борсола: аллергия, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртыу, теш һыҙлау, — тип яҙҙы министр. — Партнёрҙарыбыҙға мөрәжәғәт итеп, бергәләп балаларҙы дөрөҫ туҡланырға һәм ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә өйрәтергә тәҡдим итәм. Ҡәҙерле дуҫтар, балаларға уйынсыҡтар, өҫтәл уйындары, ижад, спорт өсөн уйындар, открыткалар бүләк итегеҙ, ҡыҙҙарға — матурлыҡ һәм үҙеңде тәрбиәләү саралары. Быларҙың барыһы ла файҙалыраҡ! Мине аңларһығыҙ тип ышанам!».

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың балалар учреждениеларында 1200-гә яҡын бала тәрбиәләнә. Приюттарҙа – өс-ете, балалар йорттарында 11-15 йәшлектәр күп. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк.

https://www.bashinform.ru/news/1526725-lenara-ivanova-prizvala-darit-detyam-iz-priyutov-bashkirii-poleznye-novogodnie-podarki-/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть