
Республикабыҙҙың йәш спортсылары шорт-трек буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында миҙалдар яуланы

Республикабыҙҙың йәш спортсылары шорт-трек буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында миҙалдар яуланы Фото: социаль селтәрҙәр
Башҡортостандың йәш спортсылары Ярославль өлкәһендә уҙған шорт-трек буйынса ярыштарҙан миҙалдар менән ҡайтты. Ике йәш спортсы Бөтә Рәсәй турнирында «көмөш» һәм «бронза» яуланы.
Атап әйткәндә, Лим Кәбиров 500 метр арауыҡта почёт пьедесталының икенсе баҫҡысына күтәрелде, ә Таһир Шәйнуров 1000 метрлыҡ арауыҡта өсөнсө булды.
Тренерҙарҙы һәм призёрҙарҙы Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов тәбрикләне.



