Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт опера театры Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығын тантаналы концерт менән билдәләй

Мәҙәниәт

Өфөлә күренекле йырсы һәм композитор, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығы уңайынан тантаналы концерт уҙа. Концерт 14 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1932 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тәҡдиме менән Мәскәү консерваторияһы ҡарамағында милли артистар һәм композиторҙар әҙерләү өсөн Башҡорт опера студияһы ойошторола. Студияны тамамлаусылар театрҙың 1938 йылда асылған опера труппаһына алына. 1938 йылдың 14 декабрендә улар тәүге спектаклде – «Һылыу тирмәнсе ҡатыны» операһын (Дж. Паизиелло) күрһәтә.

«Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуған яҡтың мәҙәниәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Йырсы һәм композитор булыуҙан тыш, ул концерт менән гастролдәрҙә, фольклор экспедицияларында йөрөгәндә бер туҡтауһыҙ яңы таланттар эҙләгән, бик күп буласаҡ музыканттарҙың остазына әүерелгән. Тап Ғәзиз Әлмөхәмәтов оҙаҡ йылдар республикала милли музыка театрын асыу өсөн көрәшкән. Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа бағышланған концерт – уның ихтирам иткәндәрҙең йөрәгендә йәшәгән мәңгелек хәтерҙең дәлиле», — тип белдерҙеләр театрҙа.

Концертты онлайн ҡарарға мөмкин.  

https://www.bashinform.ru/news/1526694-bashopera-otmetit-den-rozhdeniya-torzhestvennym-kontsertom-k-125-letiyu-gaziza-almukhametova/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть