Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда бер йылда реаль эш хаҡы 1% артҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда ошо йылдың туғыҙ айында ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәргә иҫәпләп яҙылған уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы 37 423 һумдан ашҡан. Был 2019 йылдың ғинуар-сентябре менән сағыштырғанда 4,4 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте республика статистиктары.

Шулай уҡ ошо ваҡытта республикала хеҙмәт хаҡы 1,1 процентҡа артҡан.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуарында Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 35 783 һум тәшкил иткән. Сентябрҙә ул 38 358 һумға еткән, дөйөм алғанда, өсөнсө квартал йомғаҡтары буйынса — 38 165 һум.

Реаль эш хаҡы индексы ҡулланыусылар тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә хаҡтарҙың үҙгәреүенә бәйле эш хаҡының һатып алыу һәләте үҙгәреүен билдәләү өсөн иҫәпләнелә.

https://www.bashinform.ru/news/1526556-v-bashkirii-nazvali-srednyuyu-zarplatu/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть