Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Бабиков коронавирусҡа ыңғай тест тапшырған: Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы изоляцияла

Спорт

Рәсәй йыйылма командаһының биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында сығыш яһамауы ихтимал. Өфө спортсыһы Антон Бабиков яңы коронавирусҡа ыңғай тест тапшырған. Һуңыраҡ ике табиптың һәм массаж яһаусының ыңғай һөҙөмтәләре билдәле булды, тип хәбәр итте киң мәғлүмәт саралары.

Шуға бәйле рәсәйҙәр Контиолахтиҙа (Финляндия) изоляцияла ултыра,  ярыштар йома көндө башлана. Хәбәр ителеүенсә, Рәсәй командаһының сығышы тураһында ҡарар 26 ноябрҙә ҡабул ителә.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүселәре Антон Бабиковтың һәм Эдуард Латиповтың Рәсәй исеменән Донъя кубогының беренсе этабында ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1526421-babikov-sdal-polozhitelnyy-test-na-covid-19-sbornaya-rossii-po-biatlonu-izolirovana/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть