Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен алырға йыйыналар

Мәҙәниәт

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрация эшләү өсөн алырға йыйыналар. Ләкин ҡасан икәне әлегә билдәһеҙ. «Милексе (Өфө хакимиәте[i] — [/i] ред.иҫкәрмәһе) эштәрҙе башлау көнөн һәм уны башҡарырға тейешле ойошманы билдәләмәгән», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Олег Полстовалов.

Инженер-техник тикшереү күрһәтеүенсә, әле үк һәйкәлдең торошо авариялы тип баһалана һәм тиҙ арала ремонт эштәрен үткәреүгә мохтаж, тип билдәләне ул.

«Әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте заказы буйынса объектты һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға ғилми-проект документацияһы әҙерләнә, артабан ул дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үтергә тейеш. Барлыҡ документтар килгәс кенә Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының ошондай эштәрҙе башҡарыуға лицензияһы булған һәм заказсы билдәләгән ойошма яңыртыу эштәрен башларға мөмкин», — тине Олег Полстовалов. Реставрация процесы йыл ярым-ике йыл дауам итеүе ихтимал, тип тә өҫтәне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда милли батырыбыҙ һәйкәлен тейешле кимәлдә тотмаған өсөн баш ҡала хакимиәтенә 200 мең һум штраф һалынды.  

Белешмә.

Салауат Юлаев һәйкәле Рәсәйҙә генә түгел, ә Көнсығыш Европала ла иң ҙур атлы скульптура тип иҫәпләнә. Уның бейеклеге — 9,8 метр (постамент менән — 14 метр), ауырлығы — 40 тоннанан ашыу. Һәйкәлдең скульпторы — Сосланбәк Тавасиев.

https://www.bashinform.ru/news/1526271-v-ufe-demontiruyut-pamyatnik-salavatu-yulaevu/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть