Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң Ленин майҙанында 90 йәшлек шыршы ҡуйылды

Йәмғиәт

26 ноябрҙә төндә Өфөнөң төп майҙанына яңы йыл шыршыһы урынлаштырылды. 90 йәшлек йәшел ҡупшыҡайҙы Башҡортостандың Благовещен районынан килтергәндәр. Уның бейеклеге – 30 метр.

«Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы»ның урман хужалығы, төҙөкләндереү һәм урман парктары эштәре бүлеге етәксеһе Максим Щербаков һүҙҙәренсә, ағасты Ленин майҙанына алып килеү өсөн трал, КАМАЗ, манипулятор, күтәреү краны һәм 23 кешенән торған эшселәр бригадаһы кәрәк булды.

Был аҙнала коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре шыршыны биҙәй һәм боҙ ҡаласығы төҙөй башлай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһында бөтәһе 16 боҙ майҙансығы һәм өс төп шыршы әҙерләйҙәр: Салауат Юлаев һәм Совет майҙандарында – ике пиксель, Ленин исемендәге майҙанда – ысын шыршы.  

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Өфөлә яңы йыл иллюминацияһын декабрь башында ҡабыҙырға йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәйне.  

https://www.bashinform.ru/news/1526426-90-letnyuyu-novogodnyuyu-el-ustanovili-na-ploshchadi-lenina-v-ufe/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть