Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.72 ↓

EUR 89.20 ↑

20 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә шеф-ашнаҡсылар чемпионаты була

Йәмғиәт

28 ноябрҙә Өфөлә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы уҙғарыла. Унда Башҡортостандың иң оҫта шеф-ашнаҡсыһын һайлайҙар. Был хаҡта республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр иттеләр.

Шеф-ашнаҡсылар чемпионаты туҡланыу индустрияһы өлкәһе белгестәре һөнәренең абруйын күтәреү, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәһен пропагандалау өсөн уҙғарыла.

«Өфө ресторандары һәм кафелары вәкилдәре иң оҫта ашнаҡсы исеме өсөн көрәшә. Улар һарыҡ итенән һәм айванан ашамлыҡ әҙерләү оҫталығында ярыша. Ризыҡты баһалағанда уның менән таныштырыу, композиция, заманса технологиялар иҫәпкә алына», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Финалда ҡатнашыусыларға «ҡара йәшниктәге» эште башҡарырға кәрәк. Еңеүселәрҙе аҡсалата бүләктәр көтә.

Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабын ойоштороусылар – Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Хеҙмәт министрлығы булышлығында Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы.

https://www.bashinform.ru/news/1526044-v-ufe-sostoitsya-chempionat-shef-povarov/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть