Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.72 ↓

EUR 89.20 ↑

20 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Роспотребнадзор COVID-19 менән бәйле барлыҡ сикләүҙәрҙе 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтты

Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймауға бәйле барлыҡ карантин һәм иҫкәртеү саралары 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтыла. Роспотребнадзор ҡарарында йәмәғәт урындарында битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау, бәйләнештә булғандар өсөн мотлаҡ изоляция кеүек сикләүҙәрҙе оҙайтыу һәм башҡалар хаҡында һүҙ бара.

Шулай уҡ эш урындарында термометрия һәм дезинфекция үткәреү һаҡлана, уҡыу йорттарында күп кеше ҡатнашҡан саралар тыйыла.

Үҙгәрештәр коронавирусҡа тест уҙғарыу ваҡытына (ул 48 сәғәт менән сикләнә), пациентты стационарҙан амбулатор шарттарҙа дауаланыуға ҡайтарыу ҡағиҙәләренә лә ҡағыла. Хәҙер дауахананан сығарыу өсөн ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһен көтөргә кәрәкмәй. Тик коммуналь фатирҙа, ятаҡта йәки ҡунаҡханала, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһында йәшәгәндәрҙән тыш.

https://www.bashinform.ru/news/1526207-rospotrebnadzor-prodlil-vse-ogranicheniya-svyazannye-s-covid-19-do-1-yanvarya-2022-goda-/

    

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть