Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.72 ↓

EUR 89.20 ↑

20 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда бер тәүлектә тағы 135 кеше — COVID-19, 417-һе пневмония менән ауырып киткән

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республикала тағы 135 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда сирлеләр 13 581 кеше тәшкил итә.

Әлеге көндә республика стационарҙарында 393 пациент коронавирустан дауалана. Уларҙың 36-һы – ауыр хәлдә, ә 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Мең ярым самаһы кеше өй шарттарында дауалана.

«Башҡортостанда COVID-19-ҙан вафат булыу осраҡтары теркәлмәне һәм элеккесә 76 кеше тәшкил итә», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Бынан тыш, тәүлек эсендә республикала 417 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған, 423 кеше дауахананан сығарылған.

  https://www.bashinform.ru/news/1526141-v-bashkirii-za-sutki-covid-19-zaboleli-eshche-135-chelovek-pnevmoniey-417/

    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть