Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.72 ↓

EUR 89.20 ↑

20 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда автомобиль Ыҡ йылғаһына ҡолаған: ике ир һәм бер ҡатын һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда 25 ноябрҙә төндә Йәрмәкәй районында урындағы әһәмиәттәге Таркаҙы – Новотроевка автомобиль юлының  55-се саҡрымында «ВАЗ-2109» ҡатнашлығында үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән. Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ике махсус машина һәм шәхси составтан биш кеше ебәрелгән.

Авария һөҙөмтәһендә машинаның Ыҡ йылғаһына ауғаны билдәләнгән. Уны һыуҙан тартып сығарыу өсөн «МАЗ» краны йәлеп ителгән. Автомобилде сығарғас, юл-транспорт ваҡиғаһында өс кешенең – ике ирҙең һәм бер ҡатындың һәләк булыуы асыҡланған. Аварияла иҫән ҡалған 23 йәшлек иргә амбулатор дауаланыу талап ителгән.

«Урында йәшәгән 25 йәшлек ир, «ВАЗ-2109» машинаһы менән ауыл-ара юлдан китеп барғанда күпергә етер алдынан юлдағы кәртәгә бәрелеп, йылғаға ҡолаған. Водитель һәм уның ике пассажиры ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән», —  тип аңлатма бирҙеләр република Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, юлда хәрәкәт сикләнмәгән. Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/1525892-v-bashkirii-avtomobil-upal-v-reku-ik-pogibli-dvoe-muzhchin-i-odna-zhenshchina/

            

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть