Республикала заводта шартлау мәлендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән

Республикала заводта шартлау мәлендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән Фото: социаль селтәрҙәр
23 ноябрҙә Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводы биләмәһендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шартлауға технологк процестың өҙөклөгө сәбәпсе булған.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы икәүһе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
«Беренсеһенең тәне ныҡ бешкән һәм ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына оҙатылған. Икенсеһенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, уға амбулатор шарттарҙа дауаланыу тәғәйенләнгән», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен комптенентлы органдар асыҡлай. Тәүлек эсендә предприятие ошо хәл тураһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына хәбәр итергә тейеш.
https://www.bashinform.ru/news/1525393-v-bashkirii-pri-vzryve-na-zavode-pogib-odin-chelovek/



