Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү өсөн боҙ әҙерләү башланды

Йәмғиәт

Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү өсөн боҙ әҙерләү башланды — һалҡын көндәрҙә Өфөнөң һыу ятҡылыҡтарында 18 сантиметрлыҡ боҙ ҡатламы барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Ленин районының торлаҡ хеҙмәттәре боҙҙо «Йылғасы» стадионы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһынан ала. Ул Затонда һәм Нижегородкала ҡаласыҡтар төҙөгәндә боҙ һындары өсөн ҡулланыла.

Башҡортостандың баш ҡалаһында өс дөйөм ҡала («Ҡала Советы»нда,  Конгресс-хол янында, Совет майҙанында) һәм 16 район «шыршыһы»н ҡуйыу күҙаллана. Бынан тыш, ихаталарҙа 45 боҙ ҡаласығы, 22 боҙ майҙансығы, 52 тау, 53 шыршы әҙерләнә, 45 хоккей ҡумтаһы була. Был ҙур майҙансыҡтарҙа кеше күп йыйылмаһын өсөн эшләнә, тип аңлаттылар мэрияла.  

https://www.bashinform.ru/news/1525191-v-ufe-nachalas-zagotovka-lda-dlya-stroitelstva-novogodnikh-gorodkov/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть