Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала ковидҡа шик булған пациенттарға көн һайын 110 эпидбригада сыға

Йәмғиәт

Башҡортостанда ковидҡа шик булған пациенттарға көн һайын 110 эпидемиологик бригада сыға. Уларҙың сирегенән аҙырағы – 25 бригада Өфөнө хеҙмәтләндерә. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, бер тәүлектә йоғошло сирҙәр бригадаларына 700-ҙән ашыу саҡырыуға сығырға тура килә. Уларҙың күпселеге Өфөлә – 415 осраҡ.

Министр шулай уҡ 23 ноябргә COVID-19 буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Һуңғы тәүлектә төбәктә коронавирус йоҡтороуҙың 130 осрағы асыҡланды. Шулай итеп, Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 318-гә етте.

394 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә, 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.

Әлеге көндә республикала йоғошло сир, шул иҫәптән дауахананан тыш пневмония менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 5 800 койка әҙерләнгән. Резерв 20% ашыу тәшкил итә. Шулай уҡ эшләү өсөн шәхси һаҡланыу саралары, дарыуҙар запасы кәмендә дүрт аҙнаға етерлек.

https://www.bashinform.ru/news/1524915-v-bashkirii-k-patsientam-s-podozreniem-na-kovid-ezhednevno-vyezzhayut-110-epidbrigad/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть