
Башҡортостандан 18 йәшлек спортсы – бокс буйынса Европа чемпионы

Октябрьский ҡалаһынан 18 йәшлек Азалия Әминева юниорҙар араһында бокс буйынса Европа чемпионы исемен яуланы. Черногорияла үткән ярыштан һуң ул алтын миҙал менән бүләкләнде.
Шуны билдәләп үтәйек: ике йыл элек Азалия Европа чемпионатында көмөш миҙал алды. Йәш боксер 2018 йылда Сербиялағы Халыҡ-ара турнирҙа ла еңеп, бокста алышыуҙың иң яҡшы техникаһы өсөн айырым наградаға лайыҡ булғайны.
Ҡыҙҙы чемпионлыҡҡа әҙерләгән тренер – Александр Савкин.
https://www.bashinform.ru/news/1524895-18-letnyaya-boksyersha-iz-bashkirii-stala-chempionkoy-evropy-/