Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында Шәүрә Шәкүрованың пьесаһы буйынса спектакль сәхнәләштерелә

Мәҙәниәт

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында яңы спектакль өҫтөндә эш бара. Был юлы артистар йәш ҡуйыусы режиссер Регина Ишбулатова етәкселегендә Шәүрә Шәкүрованың «Зәңгәр томандар артында» драмаһы өҫтөндә эшләй (Гөлдәр Камалова тәржемәһе). Премьера декабрь башына тәғәйенләнгән.

Әҫәр геройҙары – ауылдан Мәскәүгә килгән йәштәр буй етмәҫлек, ҡайҙалыр алыҫтағы бәхетте көтөп йәшәй. Мәскәүҙә йәшәһәләр ҙә, уларҙың бөтә уйы Өфө һәм тыуған ауылы хаҡында. Йәштәрҙең тормошо ҡайнап тора, улар ғашиҡ була, айырылыша, хыянат итә, файҙа алыу өсөн төрлө хәл-ваҡиғаларға тарый.

«Пьеса көнүҙәк, сөнки был күптәрҙе борсоған мәсьәлә. Бөгөн йәштәр ҙә, олоһо ла, тигәндәй, яҡшы тормош эҙләп алыҫ яҡтарға юл тота. Был күренеш, әлбиттә, ғаиләгә проблема өҫтәй. Әҫәрҙең төп темаһы — яҡындарыңа булған һөйөү, ғаилә усағының тартыуы. Был донъяла мөхәббәт етмәй, мөхәббәтһеҙ йорт бөтөнләй буш», — тип белдерҙеләр театрҙа.

Сәхнәне биҙәү һәм костюмдар авторы — Юлиә Сиражетдинова.

Ролдәрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова, актерҙар Нәфис Сәйетов, Айбулат Ғүмәров, Морат Амантаев, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Нәфисә Мәжитова, Гөлфиә Мәҡсүтова башҡара.

«Зәңгәр томандар артында» пьесаһы «Авторҙы — сәхнәгә!» халыҡ-ара драматургия конкурсында еңеп сыҡты, «Баденвайлер-2018», «Литодрама-2018» халыҡ-ара конкурстарында танылыу яуланы, 15-се әҙәбиәт Волошин конкурсы (Ҡырым), 13-сө «Драма ваҡыты» заманса драматургия конкурсы исемлектәренә инде. Башҡортостанда әлегә бер тапҡыр ғына ҡуйылды (режиссер Айҙар Шәмсетдинов, БДУ) һәм ҙур уңышҡа өлгәште.

https://www.bashinform.ru/news/1524702-v-sibayskom-bashdramteatre-im-arslana-mubaryakova-stavyat-spektakl-po-pese-shaury-shakurovoy/

    

Ләйлә Аралбаева
Теги: театр
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть