Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.63 ↑

EUR 91.67 ↓

27 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Радий Хәбиров «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы»ның исем туйында ҡатнашты

Мәҙәниәт

Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проектының исем туйы уҙҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект башҡорт һәм рус телдәрендә 44 битлек «Абдул-Азиз һәм Кәрим: геройҙар ваҡыты» комиксынан тора. Бөтәһе 3160 дана сығарылды, улар республика китапханаларына таратыла.

Исем туйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, рәссам, проекттың продюсеры Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһының ижади төркөмө ҡатнашты. Саранан тура трансляция алып барылды.

«Кәрим Хәкимов — һоҡланғыс һәм фажиғәле яҙмышлы кеше. Беҙҙә республикабыҙҙы данлаған исемдәр күп әле, беҙҙең халыҡ, әммә беҙ уларға тейешле иғтибар бүлмәйбеҙ. Энтузиастар, хөкүмәтебеҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Кәрим Хәкимовтың хәтерен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарыла. Тарих – артабанғы үҫеш факторҙарының береһе. Был тарих – күмәкләп алып барырға тейешле эштең бер өлөшө, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Бының тарихи шәхес хаҡында проект та, башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланма ла булыуы миңә бик оҡшай».

Идея авторы һәм проекттың продюсеры Камил Буҙыҡаев проект өҫтөндә эштең йәй буйына һәм аҙыраҡ көҙ көнө алып барылыуы хаҡында һөйләне.

«Ғәрәп дуҫтарыбыҙ был комиксты Сәғүд Ғәрәбстанында таратыу өсөн ғәрәп телендә эшләүебеҙҙе һорай. Комикста королева ғаиләһе ағзалары ла һүрәтләнә. Сәғүд Ғәрәбстанында яҡташыбыҙҙың легендар шәхес булыуын белеү күңелгә хуш килде. Уның исемен тергеҙеү эшен алып барабыҙ», — тине Камил Буҙыҡаев.

Уның һүҙҙәренсә, артабан Сәғүд Ғәрәбстанында, Англияла һәм Рәсәйҙә Кәрим Хәкимов тураһында документаль һәм нәфис фильм төшөрөү, шулай уҡ «Муха» студияһы менән берлектә йәнһүрәт эшләү планлаштырыла.

Ҡунаҡтарҙы Кәрим Хәкимов тураһында буласаҡ фильмдың тизеры һәм Милли китапхана фондынан дипломаттың тормошона, эшмәкәрлегенә бәйле материалдар күргәҙмәһе менән таныштырҙылар.

https://www.bashinform.ru/news/1524232-v-ufe-v-prezentatsii-zhivoy-knigi-karima-khakimova-prinyal-uchastie-radiy-khabirov/

    

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть