Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36 ↑

EUR 90.40 ↓

23 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң балалар поликлиникалары ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн яңы автомобилдәр алды

Иҡтисад

Бөгөн Өфө балалар поликлиникаларының баш табиптарына балаларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн илебеҙҙә сығарылған алты Lada Granta Universal автомобиле асҡыстары тапшырылды. Улар быйыл республика бюджеты аҡсаһына һатып алынды. Ошо маҡсатҡа 3,1 миллион һум йүнәлтелде. Автомобилдәр Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына һәм баш ҡаланың 2, 3, 4, 5, 6-сы поликлиникаларына бүленде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин сәләмләү һүҙендә ашығыс ярҙам машиналарын Педиатр көнөндә һәм Бөтә донъя бала көнөндә тапшырыуҙың символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.

«Бөгөн һеҙгә тапшырылған автомобилдәр тағы йөҙләгән һәм меңләгән ғүмерҙе ҡотҡарыр. Быйыл иңегеҙгә ятҡан йөкләмә ғәйәт ҙур, ләкин һеҙ был эште намыҫ менән башҡараһығыҙ», — тине ул, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм ашығыс ярҙам водителдәренә мөрәжәғәт итеп.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа ашығыс медицина ярҙамын үҫтереүгә, атап әйткәндә, хеҙмәттең матди-техник базаһын камиллаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм водителдәргә ошо ҡатмарлы осорҙа фиҙакәрлек һәм эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән, һеҙ балалар һаулығы өсөн яуап бирәһегеҙ. Балаларҙың ғүмерен ҡотҡарыу тиҙ арала дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә белеүегеҙгә бәйле. Хәҙерге ваҡытта амбулатор шарттарҙа балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү – бик мөһим һәм яуаплы участка. Шуға күрә беҙ артабан да һеҙҙең өсөн һәйбәт шарттар булдырыуҙы дауам итербеҙ», — тине Һаулыҡ һаҡлау мингистрлығы башлығы.

Йыл аҙағына тиклем йәнә алты ашығыс медицина ярҙамы машинаһын һатып алыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1524185-detskie-polikliniki-ufy-poluchili-novye-avtomobili-dlya-neotlozhnoy-pomoshchi/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть