Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36 ↑

EUR 90.40 ↓

23 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда элекке ҡатынын үлтереүҙә ғәйепләнеүсе Тәфтиш изоляторына урынлаштырылды

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы район-ара суды тәфтишсенең Данил Лоғмановҡа ҡарата хөкөм сараһын һайлау тураһында үтенесен ҡараны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ир балалар баҡсаһында элекке ҡатынын үлтереүҙә ғәйепләнә.

Башҡортостан Республикаһының Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 17 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт бер тирәһендә Лоғманов Иҫке Ҡыйышҡы ауылындағы балалар баҡсаһында низағ ваҡытында өс тапҡыр ҡатындың күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән. Тәрбиәсе ашығыс ярҙам машинаһында йән биргән.

«Ғәйепләнеүсе үтенесте ҡәнәғәтләндереүгә ҡаршы булманы. Суд ике айға – 2021 йылдың 17 ғинуарына тиклем һаҡ аҫтына алырға тигән ҡарар сығарҙы», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Алдан хәбәр ителгәнсә, туғандары ирҙең ҡатынын ныҡ көнләшеүе хаҡында һөйләгән. Айырылышҡандан һуң бигерәк тә. Бысаҡ тотоп, уны ауыл буйлап баҫтырып йөрөгән, өйөн яндырған. Ир менән ҡатын ике бала тәрбиәләп үҫтергән.  

https://www.bashinform.ru/news/1523608-zhitelya-bashkirii-obvinyaemogo-v-ubiystve-svoey-byvshey-zheny-pomestili-v-sizo/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: суд
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть