Кушнаренко районы хакимиәтендә Федераль именлек хеҙмәте үткәргән тентеүҙең видеоһы баҫылды

Кушнаренко районы хакимиәтендә Федераль именлек хеҙмәте үткәргән тентеүҙең видеоһы баҫылды Фото: Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Кушнаренко районы хакимиәтендәге тентеүҙең видеоһын күрһәтте. Оперативниктар Тәфтиш комитеты төбәк идаралығының әлеге етәксе Руслан Ғиззәтуллинға ҡарата ҡуҙғатҡан енәйәт эшенә бәйле муниципалитетҡа килде.
Бынан алда «Башинформ» 43 йәшлек түрәне вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм ер менән мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.