Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.36

EUR 90.40

24 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәр конкурсы башлана

Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәрҙең республика онлайн-конкурсы башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыу өсөн башҡорт шағирының бер шиғырын туған телдә яттан һөйләп, видеороликты «Шиғыр һөйләүселәр конкурсы» билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ғаризала ҡатнашыусының исем-шәрифен, йәшен, уҡыған йәки эшләгән урынын, әҫәрҙең исемен һәм авторын, бәйләнеш өсөн телефонды, электрон адресты күрһәтеү мөһим.

Конкурс 2020 йылдың 20 ноябренән 6 декабренә хәтлем биш йәш категорияһында ойошторола (5 йәшкә тиклем; 7-10 йәш; 10-15 йәш; 16-25 йәш һәм 25 йәштән өлкәндәр). Конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге.

Видеороликтар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналында баҫыла. Положение менән учреждениеның сайтында танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1522931-v-bashkortostane-startuet-konkurs-chtetsov-stikhi-bashkirskikh-poetov-na-rodnom-yazyke/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть