Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.54 ↓

EUR 89.25 ↑

16 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» проектының жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

Мәҙәниәт

18 ноябрҙә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» проектының жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Zainetdin социаль селтәрҙәр киңлегендә тамашасы менән нисек дөрөҫ диалог ҡороу тураһында һөйләй. Йырсы Ольга Филиппова халыҡ-ара йыр конкурстары серҙәре менән бүлешә. Рөстәм Ғиззәтуллин артисҡа тәүге йырҙан тәүге альбомға тиклем продюсер кәңәштәрен бирә. Тимур Чугаев (ТНТ каналында «Танцы» шоуында ҡатнашыусы, хореограф, музыкаль-бейеү шоуҙарын ҡуйыусы) «Пластика. Гармония. Минең тәнем — тамашасы йөрәгенә юлым» оҫталыҡ дәресен үткәрә.

«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале ярымфиналына һайлап алыу дауам итә. Республика райондарынан, шулай уҡ Ҡазандан, Ырымбурҙан, Силәбенән, Пермдән, Һамарҙан һәм фестивалдең һайлап алыу турҙары ойошторолған башҡа ҡалаларҙан конкурсанттар Өфөгә йыйылды.

Һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса Өфөлә иң шәп 16 башҡарыусы үҙҙәрен «Йәшлек шоу-2020» конкурсының телевизион форматында һынап ҡарай, уны ноябрь аҙағында төшөрөү планлаштырыла. Телетамашасылар эфирҙы декабрҙә ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ тамашасылар оҡшаған башҡарыусы өсөн тауыш бирә ала. Еңеүселәрҙең исеме Яңы йыл алдынан тура эфирҙа иғлан ителә, тип хәбәр иттеләр фестивалдең ойоштороу комитетынан.

Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге. Продюсер — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. Жюриҙа – башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары.

https://www.bashinform.ru/news/1522951-v-ufe-chleny-zhyuri-proekta-yeshlek-shou-2020-perezagruzka-provodyat-master-klassy/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть