Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.54 ↓

EUR 89.25 ↑

16 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яңы ер законын контролдә тотоу буйынса эшсе төркөм булдырылды

Йәмғиәт

Башҡортостанда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары араһында дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләрен биреү буйынса вәкәләттәрҙе бүлеү тураһында ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса эшсе төркөм булдырылды. Уның составына, республика парламенты депутаттары менән бер рәттән, прокуратура, республика хөкүмәте, Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы вәкилдәре инде. Эшсе төркөмдө парламенттың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе Салауат Хөсәйенов етәкләй.

«Хәҙер төп бурыс – закон халыҡҡа проблемалар тыуҙырмаһын, ә ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен өсөн уны контролдә тотоу, – тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәргә һәм ялыуҙарға иғтибар итербеҙ, ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуған осраҡта урындағы хакимиәттәр менән бергә асыҡларбыҙ. Етешһеҙлектәр табылһа, законды ҡайтанан әҙерләрбеҙ».
https://www.bashinform.ru/news/1522820-v-bashkirii-sozdana-rabochaya-gruppa-po-kontrolyu-za-novym-zemelnym-zakonom/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть